+1 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
2 Августа 2022, 08:28

Башҡортостанда бишенсе роботлаштырылған ферма төҙөлә

Проектҡа һалынған инвестиция күләме 1,2 миллиард һум тәшкил итә. Уны тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә 42 эш урыны булдырыу ҡаралған. Тәүлегенә 50 тонна һөт етештерәсәк комплекс 2024 йылда эш башлар, тип көтөлә.

Добавить в предпочтительные источники Google
Башҡортостанда бишенсе роботлаштырылған ферма төҙөләБашҡортостанда бишенсе роботлаштырылған ферма төҙөлә
Башҡортостанда бишенсе роботлаштырылған ферма төҙөлә

Проектҡа һалынған инвестиция күләме 1,2 миллиард һум тәшкил итә. Уны тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә 42 эш урыны булдырыу ҡаралған. Тәүлегенә 50 тонна һөт етештерәсәк комплекс 2024 йылда эш башлар, тип көтөлә.

 

Мәләүез районының Салауат исемендәге ауыл хужалығы предприятиеһында 1200 һыйыр малына иҫәпләнгән малсылыҡ комплексы төҙөлә. Проект Башҡортостан Башлығы Радий Хәбипров үткәргән “Инвестиция сәғәте”ндә ҡаралды.

Хужалыҡта Ергән ауылы эргәһендә роботлаштырылған һыйыр һауыу системаһы булған каркаслы һарай, һөт һаҡлау һәм бүлеү өсөн блок, шулай уҡ башҡа ҡоролмалар булдырыу планлаштырыла.

Ауыл хужалығы предприятиеһында дүрт Delaval һыйыр һауыу роботы һатып алыу буйынса эштәр башланған. Металл конструкциялары һатыусылар, төҙөлөш-монтаж ойошмалары һайлана.

“Инвестиция сәғәте”ндә проектҡа өҫтөнлөклө статусы бирелә. Инвесторға тоҡомло мал, техника, ҡорамалдар һатып алыуға киткән сығымының бер өлөшөн ҡаплау сифатында дәүләт ярҙамы күрһәтелә.

Фото һәм сығанаҡ – Башҡортостан Хөкүмәте сайты.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас