+15 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
1 Августа 2022, 11:23

Вакцинация яһатыу хаҡында онотмайыҡ

Сентябргә коронавирустың әүҙемләшеүе көтөлә. Был хаҡта Республикаға идара итеү үҙәгендә уҙған хөкүмәт кәңәшмәһендә “Роспотребнадзор”ҙың Башҡортостан идаралығы етәксеһе Анна Казак белдерҙе. Ләкин республика халҡының яңы тулҡынға әҙерләнеү һәм вакцина яһатыу өсөн ваҡыты бар әле, тип билдәләне Анна Казак.

Добавить в предпочтительные источники Google
Вакцинация яһатыу хаҡында онотмайыҡВакцинация яһатыу хаҡында онотмайыҡ
Вакцинация яһатыу хаҡында онотмайыҡ

Сентябргә коронавирустың әүҙемләшеүе көтөлә. Был хаҡта Республикаға идара итеү үҙәгендә уҙған хөкүмәт кәңәшмәһендә “Роспотребнадзор”ҙың Башҡортостан идаралығы етәксеһе Анна Казак белдерҙе. Ләкин республика халҡының яңы тулҡынға әҙерләнеү һәм вакцина яһатыу өсөн ваҡыты бар әле, тип билдәләне Анна Казак.

Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин белдереүенсә, бөгөнгә республикала коронавирус инфекцияһына бәйле хәл ярайһы уҡ тотороҡло. 1 авгусҡа мәғлүмәттәр буйынса, 108 пациент – стационарҙа, 363-ө амбулатор шарттарҙа дауалана. Республикала инфекцияның таралыу коэффициенты 1,3 тәшкил итә. Һуңғы ете көндә үҫеш 26 процент тәшкил иткән.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығына 29 августа вакцинация һәм ревакцинация барышы тураһында мәғлүмәт бирергә ҡушты.

Сығанаҡ: “Башинформ”.

Автор:
Читайте нас