

“Башҡорт аты” республика фестивале сиктәрендә уҡ атыу буйынса «Мәргән уҡсы» төбәк-ара ярышында Башҡортостандан, Ҡалмыҡ Республикаһынан, Пермь, Силәбе, Әстрхан, Омск өлкәләренән, Мәскәү, Екатеринбург ҡалаларынан 100-гә яҡын уҡсы ҡатнашты.
Корейса һәм төрөксә “аяҡ өҫтө” уҡ атыуҙа Сибаҙан Хөрмәт Таһиров беренсегә сыҡты. Ә ҡатын-ҡыҙҙар араһында корейса атыуҙа – Учалынан Лиана Ихсановаға, төрөксәлә Бөрйәндән Әлиә Ишморатоваға етеүсе булманы.
Ат өҫтөнән атыуҙа “Башҡорт маршруты”нда – Баймаҡтан Расих Йортбәков, “Рейд”та Белореттан Нуриман Хәйруллин еңде.
“Башня” маршрутында Әбйәлилдән Рушан Хәсәнов ал бирмәне.
“Ҡырғыҙ сәбе” номинацияһында беренсе урынды – Баймаҡтан Тимур Өмөтбаев һәм Әбйәлилдән Гүзәл Дәүләтова, “Корей сәбе” номинацияһында Бөрйәндән Салауат Юлбирҙин һәм Белореттан Айгөл Ғәлиуллина алды.