-2 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
1 Августа 2022, 08:56

ЭКО-ға квоталарҙың яртыһы файҙаланылған

Башҡортостанда 2022 йылға мотлаҡ медицина страховкалауы  полисы буйынса ЭКО үткәреүгә 1800 квота бүленгән. Әлеге ваҡытта республикала шуларҙың яртыһы файҙаланылған. Был турала Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министрлығында хәбәр иттеләр.

Добавить в предпочтительные источники Google
ЭКО-ға квоталарҙың яртыһы файҙаланылғанЭКО-ға квоталарҙың яртыһы файҙаланылған
ЭКО-ға квоталарҙың яртыһы файҙаланылған

Башҡортостанда 2022 йылға мотлаҡ медицина страховкалауы  полисы буйынса ЭКО үткәреүгә 1800 квота бүленгән. Әлеге ваҡытта республикала шуларҙың яртыһы файҙаланылған. Был турала Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министрлығында хәбәр иттеләр.

Әгәр 35 йәшкә тиклемге ғаилә пары йыл дауамында йөклөлөккә өлгәшә алмаһа, түлһеҙлек диагнозы ҡуйыла. 35 йәштән оло парҙарға иһә был диагноз ҡатын ярты йыл эсендә балаға уҙмаған осраҡта ҡуйыла. Бындай ваҡытта клиникаға мөрәжәғәт итергә була.

Һаулыҡ һаҡлау министрлығында, Рәсәйҙә һәр бишенсе ғаилә пары түлһеҙлектән яфалана, тип билдәләнеләр. Бының бер сәбәбе – әсәлек бәхетен татыуҙы кисектереү.

ЭКО алымы 40 йылдан ашыу элек булдырылған. Башҡортостанда уның мотлаҡ медицина страховкалауының база программаһына индерелеүенә туғыҙ йыл.

Фото БР Һаулыҡ министрлығы сайтынан.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас