

Башҡортостан хөкүмәте вице-премьеры иеп тәғәйенләнгән Алан Марзаев республиканың Төҙөлөш һәм архитектура министрлығы, Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы эшен ойоштороу өсөн яуаплы. Бөгөн Республикаға идара итеү үҙәгендәге оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров тәғәйенләү тураһында указға ҡул ҡуйыуы тураһында белдерҙе.
— Алан Викторовичтың кешелек, профессиональ һәм эшлекле сифаттарын яҡшы беләм. Рәиф Рамазан улы (Әбдрәхимов - ред.) бик һөҙөмтәле эшләне, һеҙгә уның менән кәңәшләшергә, унан өйрәнергә кәрәк. Бөгөндән башлап хеҙмәт бурыстарығыҙҙы үтәй башлағыҙ, — тине Башҡортостан Башлығы. —Һеҙ ошо яуаплы эште һөҙөмтәле башҡарырһығыҙ тип ышанам. Йәнә ҡабатлайым: кәңәшләшергә һәм тәрән аҡыллы кеше булырға кәрәк.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быға тиклем ошо өлкәгә Рәйеф Әбдрәхимов етәкселек итте. Хәҙер ул «Башспирт» асыҡ акционерҙар йәмғиәте етәксеһе булып эшкә күсә.