

30 июлдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Ҡалмыҡ республикаһы Башлығы Бату Хасиков Баймаҡ районында үткән “Башҡорт аты” фестивалендә ҡатнашты. Был йылҡысылыҡ өлкәһендә төбәктә үткәрелгән ҡеүәтле фәнни- ағартыу һәм мәҙәни –спорт сараһы булды. Байрам бер майҙансыҡта 10 меңгә яҡын кешене йыйҙы. Шул иҫәптән Рәсәй, Ҡаҙағстан, Тажикистан һәм Ҡырғыҙыстандан килгән ҡунаҡтар ҙа ҡатнашты.
Байрам театрлаштырылған тамаша һәм егеттәрҙең ат- спорты шоуы менән башланды. Башҡортостан Башлығы үҙенең сығышында аттың республика халыҡтарының тормошонда һәм үҫешендә тарихи роль уйнауын билдәләне.
-Беҙҙең өсөн башҡорт аты иң ышаныслы дуҫ. Ул төрлө һауа шарттарына сыҙарлыҡ,эшсән һәм бик түҙемле малҡай. Бөгөн беҙ башҡорт атына хөрмәт белдереү сараһына йыйылдыҡ. Киләсәктә йылҡысылыҡ тармағын үҫтереүгә, башҡорт тоҡом атын һаҡлауға иғтибар артасаҡ, - тине Радий Фәрит улы.
Ҡалмыҡ республикаһы Башлығы Бату Хасиков халыҡ- ара хеҙмәттешлекте үҫтереүҙә “Башҡорт аты” фестивален юғары баһаланы.
Фестивалдең тантаналы өлөшөндә “Башҡорт аты”нда ҡатнашыусы Рәсәй, сит ил төбәктәренең байраҡтары менән атлы парад үтте. Унан Респуублика Башлығы ҡунаҡтар менән “Бәйге”, “Ҡыпсаҡ” традицион көрәштәрен, ҡымыҙ етешетереүселәр республика конкурсын ҡараны. Ә “Мәргән уҡсы” майҙансығында ике республика етәкселәре уҡтан атып ҡараны.
Башҡорт аты фестивале уҙғарылған майҙанда республика төбәктәре ауыл хужалығы, халыҡ кәсептәренән торған күргәҙмә ҡуйҙы. Шулай уҡ йылҡысылыҡ тармағына ҡағылған, хәҙер онотола барған ҡайһы бер экспонаттар ҙа ҡыҙыҡлы булды- ат эйәрләгәндә кәрәк деталдәр, ҡамсылар, һалабаштан ат япмалары, ҡышҡы саналар, тарантастар килеүселәрҙә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.