+1 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
30 Июля 2022, 17:25

«Оҙон бәйге»лә баймаҡтар еңде

«Оҙон бәйге» ат сабышы "Башҡорт аты" фестивале программаһының иң сағыу сараһы булды.

Добавить в предпочтительные источники Google
«Оҙон бәйге»лә баймаҡтар еңде«Оҙон бәйге»лә баймаҡтар еңде
«Оҙон бәйге»лә баймаҡтар еңде

«Оҙон бәйге» ат сабышы "Башҡорт аты" фестивале программаһының иң сағыу сараһы булды.

14 саҡрым аралыҡҡа сабыуҙа Баймаҡ районы вәкиле Алмас Шөғөровтың «Турысай» ҡушаматлы атында жокей Сергей Айсенов беренсе булып килде.

Еңеүсегә төп бүләкте, "Лада Гранта" автомобиленә сертификатты, һәм еңеүсе дипломын Республика Башлығы Радий Хәбиров тапшырҙы.

Икенсе урынға Силәбе вәкиле сыҡты. Ул 120 мең һумлыҡ аҡсалата призға лайыҡ булды. Өсөнсө урынды һәм 90 мең һум призды Баймаҡ районы сабышсыһы алды. 

Автор:
Читайте нас