0 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
29 Июля 2022, 13:10

Урам байрамын гөрләттеләр

Федоровка районы Бала- Сытырман ауылында Советтар Союзы Геройы Ғәбит Әхмәров урамы бар. Әле Герой үҙе иҫән сағында уҡ урам уның исемен йөрөткән. Ошо көндәрҙә Әхмәров урамында йәшәүселәр традицион рәүештә үҙҙәренең байрамдарын үткәрҙе. Уны урындағы  ауыл мәҙәниәт йорто ҡатын- ҡыҙҙар советы, ағинәйҙәр ойошмаһы менән берлектә ойошторҙо. Бер урам кешеләре үҙҙәренең һәләттәрен күрһәтеп концерт ҡуйҙы, сәй табындары ойошторҙо, Геройҙың вариҫтары ҡорбан салды.

Добавить в предпочтительные источники Google
Урам байрамын гөрләттеләрУрам байрамын гөрләттеләр
Урам байрамын гөрләттеләр

Федоровка районы Бала- Сытырман ауылында Советтар Союзы Геройы Ғәбит Әхмәров урамы бар. Әле Герой үҙе иҫән сағында уҡ урам уның исемен йөрөткән. Ошо көндәрҙә Әхмәров урамында йәшәүселәр традицион рәүештә үҙҙәренең байрамдарын үткәрҙе. Уны урындағы  ауыл мәҙәнпәт йорто ҡатын- ҡыҙҙар советы, ағинәйҙәр ойошмаһы менән берлектә ойошторҙо. Бер урам кешеләре үҙҙәренең һәләттәрен күрһәтеп концерт ҡуйҙы, сәй табындары ойошторҙо, Геройҙың вариҫтары ҡорбан салды.

Һәр кем өсөн был- баласаҡ урамы булып хәтерҙә ҡалған. Советтар Союзы Геройы Ғәбит Әхмәровты күптәр танып белгән һәм уның менән аралашыу бәхетенә ирешкән. Бөгөн Геройҙың йортонда уның  балалары һәм ейәндәре йәшәй, ә урам кешеләре үҙҙәренең данлыҡлы яҡташтары иҫтәлеген лайыҡлы һаҡлай. Бер урамда күпме кеше йәшәй, шуныса хәтер һәм тарих бар. Ҡыҙғанысҡа, һуңғы йылдарҙа ауылда ла кешеләр бер- береһе менән аралашыуҙан, ҡатышыуҙан туҡтаны. Хәҙер урамда ла һөйләшеп торған ауылдаштарҙы һирәк күрерһең, һәр кем ҡапҡа артына бикләнеп йәшәүҙе хуп күрә. Шундай мәлдә Бала Сытырман ауылының Әхмәров урамында йәшәүселәре  күптәнге традицияларҙы онотмай, ауылға ҡайтҡан ҡунаҡтарҙы ла йәлеп итеп,  урам байрамдарын ойоштороуҙы дауам итә. Сөнки был саралар элек тә була торғайны тип хәтерләй сарала ҡатнашыусылар. Ауылдаштары алдында ошо урамда тыуып үҫкән арҙаҡлы кешеләр, шул иҫәптән Геройҙың ҡыҙы Замира Әхмәрова, иҡтисад фәндәре кандидаты, Юғары аттестация комиссияһы доценты, Рәсәй яңы университеты Иҡтисад, идара итеү һәм финанс институтының Дәүләт һәм муниципаль идаралыҡ кафедраһы доценты Азат Күзәшев, тележурналист Гөлдәриә Йосопова сығыш яһаны.Ә байрам саралары ошо ауылда тыуып үҫеп, Себер тарафтарында эшләп, ауылға ҡайтып йорт һалған Рәлиф Күскилдиндың өйө алдында үтте. Был да ауылдың киләсәге, ҡото буласаҡ тигәнгә ишара.  Матур байрам саралары тыуған яҡтан көс, илһам алырға ҡайтҡандарҙы тағы дәртләндерҙе, ә ябай ауыл тормошо менән көн итеүселәрҙең тормошона бер яңылыҡ индерҙе. Сөнки ауыл ерендә лә кеше утын, бесән тип кенә йәшәмәй. Һәр кемгә лә, ауылдамы, ҡалаламы, рухи аҙыҡ та бик кәрәк.

Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас