+9 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
29 Июля 2022, 04:00

Социаль хеҙмәттәрҙең сифатын күтәреүгә йүнәлтелгән

Бөгөн Өфөлә,  «Торатау» конгресс-холында, “Социаль өлкәлә дәүләт хеҙмәттәрен күрһәтеүгә дәүләт (муницпаль) заказ тураһында”ғы Федераль законды тормошҡа ашырыу буйынса пилот проекттарына идара итеү моделе” Бөтә Рәсәй семинар-кәңәшмәһе үҙ эшен дауам итә.

Добавить в предпочтительные источники Google
Социаль хеҙмәттәрҙең сифатын күтәреүгә йүнәлтелгәнСоциаль хеҙмәттәрҙең сифатын күтәреүгә йүнәлтелгән
Социаль хеҙмәттәрҙең сифатын күтәреүгә йүнәлтелгән

Бөгөн Өфөлә,  «Торатау» конгресс-холында, “Социаль өлкәлә дәүләт хеҙмәттәрен күрһәтеүгә дәүләт (муницпаль) заказ тураһында”ғы Федераль законды тормошҡа ашырыу буйынса пилот проекттарына идара итеү моделе” Бөтә Рәсәй семинар-кәңәшмәһе үҙ эшен дауам итә.

Кисә семинар-кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Рәсәйҙең финанс министры урынбаҫары Алексей Лавров ҡатнашты.

Сараға 30-ан ашыу төбәктән финанс система һәм социаль өлкә буйынса 250-нән ашыу эксперт - федераль министрлыҡтар һәм ведомстволар, төбәк власы органдары вәкилдәре, шулай уҡ коммерцияға ҡарамаған ойошмалар һәм үҫеш институттары белгестәре йыйылды.

Семинарҙа ҡатнашыусылар власть органдары эшен һанлаштырыу, социаль хеҙмәттәрҙең сифатын күтәреү, шулай уҡ дәүләт заказы механизмдарын файҙаланыу йүнәлештәрен үҫтереү мәсьәләләрен тикшерҙе.

Пленар сессиянан һуң үткән осрашыуҙа Радий Хәбиров һәм Алексей Лавров республикала социаль әһәмиәтле проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн федераль финанслауҙы йәлеп итеүҙе, бюджет аҡсаһын файҙаланыуҙың һөҙөмтәлелеген арттырыуҙы тикшерҙе.

Автор:
Читайте нас