

Башҡортостан “Спутник V” вакцинаһының 300 меңгә яҡын дозанан торған яңы партияһын алды. Был турала СПИД-ҡа һәм йоғошло ауырыуҙарға ҡаршы көрәш үҙәге етәксеһе Рафаэль Яппаров хәбәр итте.
“Вакцина барыһына ла етәсәк, ул бөтә медицина ойошмаларында ла бар”, – тине Рафаэль Яппаров.
Ул ковид менән сирләүселәр арта барғанда берҙән-бер дөрөҫ ҡарар – быға тиклем өлгөрмәгәндәргә вакцина ҡаҙатыу, ярты йылдан ашыу элек сирләгәндәргә һәм прививканы шунса ваҡыт элек яһатҡандарға ревакцинация үтеү икәнлеген аңлатып китте. Ревакцинация коронавирусҡа, шулай уҡ уның яңы штамдарына ҡаршы иммунитетты һаҡларға, сир йоҡторған осраҡта, уны еңел үткәрергә булышлыҡ итә.
Вакцинация һәм ревакцинацияны Рәсәй Федерацияһында теркәлгән теләһә ҡайһы вакцина менән үтергә мөмкин. Шул уҡ ваҡытта Рафаль Яппаров “Спутник V” вакцинаһы һөҙөмтәлелеге раҫланған препарат булыуын, бының күп һанлы ғилми тикшеренеүҙәр менән иҫбатланыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
“Ҡабаттан вакцинация үтеү бигерәк тә хәүеф төркөмөндәге кешеләргә, хроник сирҙәрҙән интегеүселәргә, йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре, шәкәр диабеты һәм башҡа ауырыуҙарҙан яфаланыусыларға тәҡдим ителә”, – тине эксперт.
Ревакцинация өсөн Һаулыҡ һаҡлау министрлығы белгестәре “Спутник V” препаратының тәүге компонентын (ул “Спутник Лайт” кеүек) ҡулланырға кәңәш итә. 60 йәштән өлкән кешеләрҙә көслөрәк иммунитет булдырыу өсөн, уларға прививканы беренсе вакцинация схемаһы буйынса эшләтергә – тәүге компонентты ла, икенсеһен дә ҡаҙатырға кәрәк.
Фото “Башинформ”дан алынды.