+1 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
29 Июля 2022, 08:31

Өфөнән Раевкаға «Ҡарлуғас» поезы йөрөй башлаған

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Өфө — Раевка маршруты буйынса «Ҡарлуғас» тиҙ йөрөшлө поезд маршрутының асылыуы тураһында хәбәр иткән.

Добавить в предпочтительные источники Google
Өфөнән Раевкаға «Ҡарлуғас» поезы йөрөй башлағанӨфөнән Раевкаға «Ҡарлуғас» поезы йөрөй башлаған
Өфөнән Раевкаға «Ҡарлуғас» поезы йөрөй башлаған

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Өфө — Раевка маршруты буйынса «Ҡарлуғас» тиҙ йөрөшлө поезд маршрутының асылыуы тураһында хәбәр иткән.

 

«Статистика буйынса, был халыҡ араһында популяр йүнәлештәрҙең береһе булып тора. Юлға 1 сәғәт 40 минут ваҡыт китә. Димдә, Шишмәлә, Шиңгәккүлдә һәм Дәүләкәндә туҡтай. Өфөнән иртәнге сәғәт 10-сы 4 минутта, ә Раевканан киске 6-сы 3 минутта юлға сыға (урындағы ваҡыт). Составта биш вагон», — тип билдәләгән Радий Хәбиров.

Тиҙҙән республиканың көнсығышына «Орлан» поезының яңы маршруты асыла, тип өҫтәгән ул. Бынан тыш, 2022 йылдың декабренә ҡәҙәр бөтә йүнәлештәр буйынса Башҡортостанда икенсе пар электричка йөрөй башлай.

«Был бик уңайлы. Иртән эштәр буйынса ултырып китәһең, бараһы ереңә барғас, кис менән ҡайтаһың. Рәсәй тимер юлдары етәкселегенә берлектәге һөҙөмтәле эш өсөн рәхмәт белдерәм, форсаттан файҙаланып, яҡынлашып килгән Тимер юлсылар көнө менән ҡотлайым. Барлыҡ пассажирҙарға — хәйерле юл. Беҙ тимер юл транспортында уңайлы, тиҙ һәм хәүефһеҙ булһын өсөн барыһын да эшләргә тырышабыҙ», — тигән Радий Хәбиров.
Автор:
Читайте нас