

Луганск халыҡ республикаһының Красный Луч ҡалаһында “Берҙәм Рәсәй” фирҡәһенең Башҡортостан бүлексәһе балалар өсөн ял һәм күңел асыу үҙәген сафҡа индерҙе. Ҡалалағы тәүге балалар учреждениеһын нәҡ йәй осоронда асыу өсөн ҙур тырышлыҡ һалынған.
Балалар үҙәген асыу тантанаһында Красный Луч ҡалаһы хакимиәте етәксеһе Сергей Рыбальченко һәм “Берҙәм Рәсәй” партияһы башҡарыу комитеты төбәк етәксеһе Руслан Насретдинов ҡатнашты.
Балалар үҙәге тулыһынса үҫтереү һәм өҫтәл уйындары, мультимедиялы, музыка ҡорамалдары, канцеляр тауарҙар, спорт инвентарҙәре менән тәьмин ителгән. Үҙ сиратында Руслан Насретдинов, партия Донбасс биләмәләренә ярҙам итеүҙе дауам ит тине.