+12 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
29 Июля 2022, 08:50

Ғафури районында рок фестиваль үткән

«Еҙем фест» икенсе йыл рәттән рок һөйөүселәрҙе күркәм байрамға йыя. Былтыр фестиваль Мәмбәт ҡаяһы эргәһендә ойошторолһа, быйыл сара Ғафури районының Имәндәш ауылы янында үткән. Ойоштороусылар әҙерләгән бай программа бер кемде лә битараф ҡалдырмаған.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ғафури районында рок фестиваль үткәнҒафури районында рок фестиваль үткән
Ғафури районында рок фестиваль үткән

«Еҙем фест» икенсе йыл рәттән рок һөйөүселәрҙе күркәм байрамға йыя. Былтыр фестиваль Мәмбәт ҡаяһы эргәһендә ойошторолһа, быйыл сара Ғафури районының Имәндәш ауылы янында үткән. Ойоштороусылар әҙерләгән бай программа бер кемде лә битараф ҡалдырмаған.

Башҡортостан, Татарстан, Удмурт республикалары һәм Камчатка крайынан ҡатнашыусылар үҙ һәләттәрен күрһәткән. Сәхнәлә Өфө, Ишембай ҡалалары, Красноусол ауылы һәм Шишмә районы йырсылары сығыш яһаған. Байрам төрлө башҡорт, татар эстрадаһы ғына түгел, башҡа билдәле йырҙарың кавер версиялары яңғырауы менән үҙенсәлекле булған. Илдең төрлө төбәктәренән йыйылған рок һөйөүселәр йырлап-бейеп күңел асҡан.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

 

   

Автор:Альбина Ғөбәйҙуллина
Читайте нас