+9 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
28 Июля 2022, 07:22

Халҡыбыҙҙың традицион ярыштары “Башҡорт аты” фестивалендә

Хәбәр итеүебеҙсә,  Башҡортостан  Башлығы Радий Хәбировтың  Указына ярашлы һәм башҡорт тоҡомло аттарҙы һаҡлау һәм үҫтереү хәйриә фондының ярҙамы менән Баймаҡ районы Граф күле янында, ике көн дауамында “Башҡорт аты” фестивале уҙғарыла. Был көндәрҙә төбәккә спорттың милли төрөн, кәсебен һәм аш- һыуын үҙ итеүселәр йыйыласаҡ.  

Добавить в предпочтительные источники Google
Халҡыбыҙҙың традицион ярыштары “Башҡорт аты” фестивалендәХалҡыбыҙҙың традицион ярыштары “Башҡорт аты” фестивалендә
Халҡыбыҙҙың традицион ярыштары “Башҡорт аты” фестивалендә

Хәбәр итеүебеҙсә,  Башҡортостан  Башлығы Радий Хәбировтың  Указына ярашлы һәм башҡорт тоҡомло аттарҙы һаҡлау һәм үҫтереү хәйриә фондының ярҙамы менән Баймаҡ районы Граф күле янында, ике көн дауамында “Башҡорт аты” фестивале уҙғарыла. Был көндәрҙә төбәккә спорттың милли төрөн, кәсебен һәм аш- һыуын үҙ итеүселәр йыйыласаҡ.  

 “Баймаҡ хәбәрҙәре” гәзите хәбәр итеүенсә, фестивалдең тәүге көнөндә “Ылаҡ”, “Мәргән уҡсы”, “Ауҙарыш” бәйгеләре өсөн һайлап алыу ярыштары уҙасаҡ. Шул уҡ ваҡытта милли көрәш һәм “Таш күтәреү” йүнәлеше буйынса “Бәйге “ күп алышы үткәрелә.

 Халҡыбыҙҙың боронғо кәсептәре менән ҡыҙыҡһыныусылар өсөн күргәҙмәләр, урындағы ауыл хужалығы тауарҙары ҡуйыласаҡ. Уҡтан атыу, таш күтәреү,  йүгереп ҡымыҙ эсеү кеүек ярыштар буласаҡ.

Шулай уҡ сара майҙасыҡтарында, башҡорт тоҡом атын һаҡлау буйынса Рәсәй һәм сит ил ғалимдарының фекер алышыуы көтөлә.

 Фестивалдең үҙәге иһә төрлө йәштәге тоҡом аттарының конкурсы, бәйгеләр, сабыштар  һәм башҡа сараларҙан торасаҡ.

 Тәбиғәт ҡосағында үткән сараны башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары концерты тамамлай.

фото "Баймаҡ хәбәрҙәре" гәзитенән.

Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас