0 °С
Облачно


Бөрөлә ҡала биләмәһе Советы ҡарары менән Виктория Сергеевна Бурдина ҡала хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы итеп тәғәйенләнде.
Мэр вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы менән контракт конкурс һөҙөмтәләре буйынса ҡала биләмәһе Советы тәғәйенләгән етәксе үҙ вазифаларын үтәй башлағанға тиклем төҙөлдө.
Быға тиклем Виктория Бурдина Бөрөлә муниципаль төҙөкләндереү идаралығы етәксеһе булып эшләне.