

2 августа Стәрлебаш районында капиталь ремонттан һуң һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм үҫмерҙәрҙе реабилитациялау үҙәге филиалы асыласаҡ. Был турала Башҡортостан Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
Бында мөмкинлектәре сикләнгән балалар социаль-көнкүреш, социаль-медицина, социаль-психологик һәм социаль-педагогик реабилитация үтәсәк. Филиалда уларға аралашыу һәләтен үҫтерергә һәм социалләшергә ярҙам итәсәктәр.
“2021 йылда Башҡортостан Башлығы ҡушыуы буйынса республика бюджетынан үҙәк район дауаханаһы территорияһында урынлашҡан бинаны капиталь ремонтлау өсөн аҡса бүленде. Быйыл филиалға яңы реабилитация ҡорамалы һәм йыһаздар һатып алынды”, – тип билдәләнә министрлыҡ сайтында.
Фото БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы сайтынан.