-4 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
27 Июля 2022, 09:58

Инвалид бала тәрбиәләүсе ғаиләләрҙе хәстәрләп

Башҡортостан Хөкүмәте ҡарары менән инвалид балалар тәрбиәләүсе ғаиләләргә ярҙам буйынса республика модуль программаһы раҫланды. Ул 2022-2023 йылдарға иҫәпләнгән. Документ хоҡуҡи мәғлүмәт порталында донъя күргән.

Добавить в предпочтительные источники Google
Инвалид бала тәрбиәләүсе ғаиләләрҙе хәстәрләпИнвалид бала тәрбиәләүсе ғаиләләрҙе хәстәрләп
Инвалид бала тәрбиәләүсе ғаиләләрҙе хәстәрләп

Башҡортостан Хөкүмәте ҡарары менән инвалид балалар тәрбиәләүсе ғаиләләргә ярҙам буйынса республика модуль программаһы раҫланды. Ул 2022-2023 йылдарға иҫәпләнгән. Документ хоҡуҡи мәғлүмәт порталында донъя күргән.

Программаның маҡсаты – инвалид балалар тәрбиәләүсе ғаиләләрҙең тормош сифатын яҡшыртыу. Уның маҡсатлы аудиторияһы – балалар үҙҙәре, уларҙың ата-әсәләре йәки законлы вәкилдәре, социаль хеҙмәттәр күрһәтеүсе учреждениелар етәкселәре һәм белгестәре. Программа инвалид балаларҙы тәрбиәләү һәм уларҙы үҙ аллы тормошҡа әҙерләү буйынса мәғлүмәтле ата-әсәләр һанын арттырыуҙы, кәмендә 30 өҫтәмә хеҙмәт (ата-әсәләр өсөн мәктәптәр, социаль-көнкүреш йүнәлеш кабинеттары) булдырыуҙы, социаль реабилитация сараларын прокатҡа биреү буйынса кәмендә 10 хеҙмәт ойоштороуҙы күҙҙә тота.

Программаны финанаслауҙың дөйөм күләме – 17,4 миллион һум. Шуларҙың 8,7 миллион һумы – Ауыр тормош хәлендәге балаларға ярҙам фонды гранты аҡсаһы, ҡалғаны – йәлеп ителгән аҡсалар. Яуаплы башҡарыусы итеп Башҡортостан Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы билдәләнгән.

Фото “Башинформ”дан алынды.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас