

Башҡорт милли кейеме оҫталарының сираттағы, өсөнсө конкурсы старт ала. «Тамға» халыҡ-ара бәйгеһенә ғаризалар ҡабул ителә башланы. Был хаҡта Республика халыҡ ижады үҙәге хәбәр итә.
Мәғлүм булыуынса, бәйге 2020 йылда ойошторола башланы. Милли кейемдең үҙенсәлеген, бай нескәлеген сағылдырыуҙы маҡсат иткән иң ҙур проекттарҙың береһендә тардицион милли кейем, биҙәүестәр етештергән оҫталар, костюмдар буйынса дизайнерҙар, тегенселәр, рәссамдар, стилистар, кейем тегеү буйынса ательелар, ошо йүнәлештә белем алған юғары уҡыу йорттары студенттары ҡатнаша ала.
Конкурс өс этапта уҙасаҡ: тәүгеһендә 2022 йылдың 1 сентябренә тиклем ғаризалар ҡабул ителә; икенсе этап – һайлап алыу туры һәм конкурс эштәрен яҡлау 15 – 17 сентябрҙә үтә. Өсөнсө этап – конкурсты йомғаҡлау, еңеүселәрҙе бүләкләү 14 декабргә тәғәйенләнгән. Тулыраҡ мәғлүмәт менән Халыҡ ижады үҙәге сайтында таныша алаһығыҙ: https://rcntrb.com.