+11 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
27 Июля 2022, 12:26

«Башҡорт аты» фестивалендә тамашасыларҙы нимә көтә?

29-30 июлдә Баймаҡ районының Граф күле буйында «Башҡорт аты» республика башҡорт тоҡомло аттар фестивале ойошторола. Ҡунаҡтарҙы бай һәм ҡыҙыҡлы программа көтә: спорт ярыштары, эшлекле саралар һәм билдәле артистарҙың сығыштары.

Добавить в предпочтительные источники Google
«Башҡорт аты» фестивалендә тамашасыларҙы нимә көтә?«Башҡорт аты» фестивалендә тамашасыларҙы нимә көтә?
«Башҡорт аты» фестивалендә тамашасыларҙы нимә көтә?

29-30 июлдә Баймаҡ районының Граф күле буйында «Башҡорт аты» республика башҡорт тоҡомло аттар фестивале ойошторола. Уның маҡсаты  — республикала йылҡысылыҡ, ҡымыҙ бешеү һәм халыҡ кәсептәре традицияларын һаҡлау һәм үҫтереү, башҡорт аттарын үрсетеүгә һәм популярлаштырыуға булышлыҡ итеү.

Фестиваль ҡунаҡтарын бай һәм ҡыҙыҡлы программа көтә: спорт ярыштары, эшлекле һәм мәҙәни саралар.

«Ылаҡ», «Ауҙарыш» уйындары, ат сабыштары була. Бынан тыш, «Мәргән уҡсы» төбәк-ара фестивале, ҙур ат парады үткәрелә.

Башҡорт тоҡомло аттарҙы һаҡлау буйынса түңәрәк өҫтәлдәр, шулай уҡ «Рәсәй төбәктәренең абориген аттарын һаҡлау һәм үрсетеү» бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияһы планлаштырыла.

Фестивалдең һуңғы көнөндә Ф.Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле, «Арғымаҡ» этно-төркөмө артистары, Zainetdin, «Splash» барабан шоуы, «Дәрүишхан» рок төркөмө, «Йатаған» этно-төркөмө, Guzel dance, Зилиә Бәхтиева, Иҙел Аралбаев һәм Әлфиә Ниғмәтуллина  ҡатнашлығында ҙур концерт була.

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-07-27/festival-bash-ort-aty-v-baymakskom-rayone-chto-zhdet-zriteley-2887870

Автор:
Читайте нас