+9 °С
Ясно


Өфөнөң «Ҡашҡаҙан» мәҙәниәт һәм ял паркын төҙөүселәрҙең алдында Луганск Халыҡ Республикаһының Красный Луч ҡалаһында йорттарҙы һәм Петровский ауылының 22-се мәктәбен тергеҙеү бурысы тора. Был хаҡта Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итте.
Билдәләнеүенсә, объекттарҙы яңыртыуҙа 32 белгес ҡатнаша. Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов исемендәге мәктәпте ремонтлауҙы 1 сентябргә тамамлау планлаштырыла.