+6 °С
Ясно


Өфөнөң Пугачев урамы бөгөндән реконструкцияға ябылды.
Ремонт урынын урап үтеү өсөн Бородино һәм Геофизиктар урамдары аша 3,2 километрлыҡ яңы юл участкаһы һалынған. Унда йәйәүлеләр өсөн үткәүелдәр төҙөгән, светофорҙар, билдәләр һәм яҡтыртҡыстар ҡуйылған, тамға һыҙылған.
Пугачев урамынан хәрәкәт 2024 йылдың 30 июненә тиклем ябыла, тип белдерәләр Өфө ҡала хакимиәтенән.