

Әлеге аҙнала “сәләмәтлек поездары” Кушнарен, Дыуан, Бишбүләк, Көйөргәҙе, Йылайыр райондарында, шулай уҡ Нефтекама тарафтарында эшләүен дауам итә. Был турала Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә һаулыҡ һаҡлау министрының беренсе урынбаҫары Азат Рәхмәтуллин хәбәр итте.
“Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһы сиктәрендә 26 күсмә медицина поезында 156 белгес райондар буйлап йөрөп, халыҡтың һаулығын тикшерә. Табиптар 82 меңдән ашыу кешенең сәләмәтлеген ҡараған да инде, 774-е республика дауаханаларына өҫтәмә тикшереүгә һәм дауаланыуға ебәрелгән.
Башҡортостанда 565 881 кеше (планда билдәләнгәндең 54,9 проценты) диспансеризация үткән, 180 500 кеше (50,5 процент) ковид кисергәндән һуң сәләмәтлеген тикшерткән. Бынан тыш, 122 596 кеше (пландағының 53,1 проценты) профилактик медицина тикшереүҙәре уҙған.
Фото БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайтынан.