+9 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
26 Июля 2022, 05:35

Мәләүез районында сабый батып үлгән

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығына Иштуған ауылындағы карьерҙан 2018 йылғы баланың кәүҙәһен сығарыуҙары тураһында хәбәр иткәндәр.

Добавить в предпочтительные источники Google
Мәләүез районында сабый батып үлгәнМәләүез районында сабый батып үлгән
Мәләүез районында сабый батып үлгән

Башҡортостанда карьерҙа һыу ингәндә сабый батып үлгән. Был фажиғәле хәл Мәләүез районында булған.

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығына Иштуған ауылындағы карьерҙан 2018 йылғы баланың кәүҙәһен сығарыуҙары тураһында хәбәр иткәндәр.  

«Махсус ҡулайлаштырылмаған, тыйылған билдәләр ҡуйылған ерҙә һыу ингәндәр. Әле унда оператив-тикшереү эштәре алып барыла», — тиҙәр ведомствола.

Тыйылған урындарҙа, бигерәк тә эскән килеш һыу инеү, балаларҙы иғтибарһыҙ ҡалдырыу — йылға-күлдәрҙәге фажиғәләрҙең төп сәбәбе, тип белдерә ҡотҡарыусылар.

Фото: "Башинформ"дан.

Автор:Альбина Ғөбәйҙуллина
Читайте нас