+1 °С
Облачно


Бөрйән районы Байназар ауылында утта 37 йәшлек ҡатын менән 10 йәшлек ҡыҙ баланың ғүмере өҙөлгән.
Шулай уҡ 2008 йылғы малайҙың һәм 2020 йылғы сабый ҡыҙ баланың тәне бешкән. Малай ауыр хәлдә.
Янғын 24 июлдә таңда сыға. Фараз итеүҙәренсә, ут ишек алдындағы мейестән тоҡанған. Ҡатын ике балаһы менән оло йәштәге атаһына ялға ҡайтҡан була.
Әлеге ваҡытта Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы вәкилдәре, тәфтиш-оператив төркөмө янғындың сәбәбен асыҡлай.