

Кисә Йылайыр районында республиканың Йәш яҡташтар ассоциацияһы эгидаһы аҫтында «Аҫылташ-2022» Башҡортостан йәштәренең төбәк мәғариф форумы үҙ эшен башланы.
Унда өс йөҙҙән ашыу егет һәм ҡыҙ ҡатнаша. «Үҫеш кимәле һәм реаль тормош араһында бәйләнеш булдырыу» панель дискуссияһы, ораторлыҡ оҫталығын, үҙ-үҙеңде күрһәтеү буйынса оҫталыҡ дәрестәре, төрлө һөнәр вәкилдәре менән дискуссия үткәреү планлаштырылған. Сара 24 июлгә тиклем дауам итә.
“Быйылғы йылда ла Йылыйырҙа дәртле, маҡсатлы, заман менән бергә атлаған йәштәр республикабыҙҙың төрлө төбәктәренән "Аҫылташ" мәғариф йәштәр форумына йыйылды.Сарала ҡатнашыусыларға уңыштар теләйем!”, - тип тәбрикләне Йылайыр районы хакимиәте башлығы Борис Мелкоедов «Аҫылташ-2022» форумында ҡатнашҡан йәштәрҙе.