

Башҡортостандың Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты мәғлүмәттәренә ярашлы, былтыр Башҡортостанда бөтәһе 39 694 сабый тыуған, шул иҫәптән - 20 359 малай һәм 19 335 ҡыҙ.
Һуңғы осорҙа ата-әсәләр сабыйҙарына күберәк халҡыбыҙға хас исемдәр ҡуша башланы. Әммә ситтән алынған, ҡолаҡҡа ятмағандары ла бихисап әле. Мәҫәлән, былтыр республикала яңы тыуған малайҙарға Алистар, Авдей, Бьёрн, Варсель, Велимир, Давлад, Натаниэль, Одиссей, Патрикей, Сабриэль, Теодор, Ярамир кеүек ят исемдәр ҡушҡандар. Ҡыҙҙар араһында Азель, Ведара, Генриетта, Дэбора, Идона, Лавиния, Николина, Одетта, Радлина, Савелия, Тейла, Фиалка, Шанель һәм Элис исемдәре бар.
Әйткәндәй, былтыр 23 035 яңы ғаилә барлыҡҡа килгән, ә 16 703 пар айырылышҡан.