+2 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
21 Июля 2022, 03:25

Азамат Юлдашбаев вазифала рәсми раҫланды

Кисә, 20 июлдә, Сибай ҡала Советы депутаттары ҡала хакимиәте башлығы вазифаһына Азамат Юлдашбаевты рәсми раҫланы.

Добавить в предпочтительные источники Google
Азамат Юлдашбаев вазифала рәсми раҫландыАзамат Юлдашбаев вазифала рәсми раҫланды
Азамат Юлдашбаев вазифала рәсми раҫланды

Кисә, 20 июлдә, Сибай ҡала Советы депутаттары ҡала хакимиәте башлығы вазифаһына Азамат Юлдашбаевты рәсми раҫланы.

Азамат Юлдашбаев сығышы менән Баймаҡ районынан. Оҙаҡ йылдар Сибай ҡалаһында эшләй һәм йәшәй. Башҡорт дәүләт университетын тамамлағандан һуң хеҙмәт юлын Сибайҙың 7-се мәктәбендә физкультура уҡытыусыһы булып башлай. Артабан таможня инспекторы була, бер нисә йыл Сибай почтамтына етәкселек итә. Һуңынан Республика халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү үҙәгенең Сибай филиалы директоры булып эшләй.

Юғары вазифаны биләгәнгә тиклем ул Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығының сәнәғәт, төҙөлөш, транспорт һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса урынбаҫары, бер ай тирәһе ҡала мэры вазифаларын биләне.

Автор:
Читайте нас