

"Генераль йыйыштырыу" федераль проекты сиктәрендә Башҡортостанда законһыҙ нигеҙҙә ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары урынлаштырылған өс меңдән ашыу полигон асыҡланған.
Шуларҙың 1662-һе бөгөнгө көнгә бөтөрөлгән. 2024 йылға ҡарата был өлкәлә эштәр тамамланырға тейеш.
Был хаҡта хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән эш итеү системаһы эшмәкәрлеге буйынса кисә үткән кәңәшмәлә белдерҙе.
Ул район һәм ҡала хакимиәттәре башлыҡтарына ҡулланыуҙан сығарыуға тәҡдим ителгән полигондарҙың исемлеген төҙөү буйынса эште әүҙемләштерергә, экологтарға уларҙы бөтөрөү буйынса эштәрҙең тамамланыуы тураһында ваҡытында хәбәр итеүҙе тәьмин итергә ҡушты.