+2 °С
Облачно


Юлдарҙа фажиғәле юл-транспорт ваҡиғалары кәмемәй.
Бөгөн таңда Өфө – Ырымбур трассаһының 196-сы саҡрымында, Мәләүез районы биләмәһендә, Ford Focus менән «Лада Ларгус» машиналары төкөшкән.
Авария һөҙөмтәһендә 1986 һәм 1992 йылғы ике водителдең, 1952 һәм 1960 йылғы пассажирҙарҙың ғүмерҙәре ҡыйылған.
«Лада Ларгус» машинаһы водителе Аҡъяр – Өфө маршруты буйынса пассажирҙар ташыған булған.