+9 °С
Облачно


Әбйәлил районы Айғырбатҡан яланында Республика кимәлендә "Ер ҡото" халыҡ дауалаусыларының этно-фестивале үтте.
Ул Әбйәлил һәм Баймаҡ районы башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәттәре башланғысы менән ойошторолдо. Байрам илленән ашыу халыҡ дауалаусыларын, дүрт йөҙҙән ашыу халыҡ ижады һәм тормош-көнкүреш йолалары менән шөғөлләнгәндәрҙе йыйҙы. Сарала утыҙҙан ашыу тыуған яҡты өйрәнеүселәр, ғалим-фольклорсылар, филологтар, этнографтар ҙа ҡатнашты.