+6 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
15 Июля 2022, 04:15

Учалы районында "Ай, Уралым, Уралым!" этно-фестивале үтә

Бөгөн Учалы районының Ғәҙелша ауылы эргәһендә  "Ай, Уралым, Уралым!" этно-фестивале асыла. Ул дүртенсе тапҡыр үтә һәм 17 июлгә тиклем дауам итә.

Добавить в предпочтительные источники Google
Учалы районында "Ай, Уралым, Уралым!" этно-фестивале үтәУчалы районында "Ай, Уралым, Уралым!" этно-фестивале үтә
Учалы районында "Ай, Уралым, Уралым!" этно-фестивале үтә

Бөгөн Учалы районының Ғәҙелша ауылы эргәһендә  "Ай, Уралым, Уралым!" этно-фестивале асыла. Ул дүртенсе тапҡыр үтә һәм 17 июлгә тиклем дауам итә.

Тәүге фестиваль 2017 йылда халыҡ-ара статусында ойошторола һәм илебеҙ төбәктәренең йөҙҙән ашыу вәкилен, сит илдәрҙән - Ҡырғыҙстандан, Ҡаҙаҡстандан, Белоруссиянан ҡунаҡтарҙы берләштерә. Этно-коллективтарҙың, милли кейем тегеүсе оҫталарҙың сығыштары, балалар халыҡ уйындары, шулай уҡ милли көрәш һәм «Баҡшай мәргәне» ғәҙәти уҡтан атыу буйынса турнирҙар фестивалдең үҙенсәлеге булып тора. Фестиваль үткәреү урынынан алыҫ түгел боронғо ғибәҙәтхана - 6 мең йылдан ашыу йәшәгән боронғо кешенең туҡталҡаһы - Баҡшай ҡаласығы урынлашҡан.

Тап ошо урында билдәле сәсән, мәргән-уҡсы Ҡарас сәсән йәшәгән. Уларҙың тоҡомдары бөгөн дә уҡтан атыуҙа оҫталығын күрһәтә. Фестиваль төрлө ижади һөнәр вәкилдәре тәжрибә туплаған, жанр йүнәлештәре буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәргән ижади лаборатория булып тора.

Автор:
Читайте нас