

Башҡортостандың Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы беренсе тулы хоҡуҡлы вәкиле, билдәле дәүләт эшмәкәре, иҡтисад фәндәре докторы, Йылайыр районы Матрай ауылы уҙаманы Абрар Бәҙретдин улы Ярлыҡаповҡа 80 йәш тулды.
Ошо оло юбилейы айҡанлы кисә Башҡортостандың Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиллегендә ил ағаһын тәбрикләү тантанаһы үтте.
Башҡортостандың Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле – республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Сергей Греков төбәк Башлығы Радий Хәбировтың Абрар Ярлыҡаповтың күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте, уңышлы дәүләт һәм фән эшмәкәрлеге өсөн Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнеүе тураһындағы указын уҡып ишеттерҙе.
Абрар Бәҙретдин улы 1941 йылдың 12 июлендә Йылайыр районының Матрай ауылында тыуған. 1964 йылда Башҡортостан дәүләт ауыл хужалығы институтын тамамлай. 1968 – 1972 йылдарҙа ВЛКСМ-дың Башҡорт өлкә комитеты беренсе секретары булып эшләй. 1974 йылда КПСС Үҙәк комитетының Юғары мәктәбен тамамлай. 1974 – 1978 йылдарҙа ВЛКСМ Үҙәк комитетының ауыл йәштәре бүлеге мөдире була. 1981 йылда КПСС Үҙәк комитетының Йәмәғәт фәндәре академияһын тамамлай. 1981 – 1990 йылдарҙа партияның Үҙәк комитетында ауыл хужалығы һәм аҙыҡ-түлек сәнәғәте бүлегенең, аграр бүлегенең яуаплы хеҙмәткәре. 1985 – 1987 йылдарҙа Афғанстандағы хәрби хәрәкәттә ҡатнаша. 1990 - 1995 йылдарҙа Башҡортостандың Рәсәй Федерацияһындағы беренсе Тулы хоҡуҡлы вәкиле була. 1999 – 2003 йылдарҙа Мәскәү ҡалаһы Хөкүмәтенең төбәк-ара бәйләнештәр һәм милли сәйәсәт комитеты рәйесе урынбаҫары булып эшләй.
Ул - иҡтисад фәндәре докторы, Рәсәй халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһының иҡтисад һәм йәмәғәт секторы финанстары секторы кафедраһы профессоры. Тәбиғи фәндәр академияһының ғәмәлдәге ағзаһы.
Халыҡтар Дуҫлығы, "Почет Билдәһе" ордендары менән бүләкләнгән.