

Бөгөн,14 июлдә, Мәскәүҙә “Рәсәй тәмдәре” гастрономия фестивале асыла.
Башҡортостан – ике йыл дауамында сарала иң әүҙем ҡатнашыусыларҙың береһе. Быйыл да фестивалгә бал, үлән сәйе, талҡан, шулай уҡ ит деликатестары кеүек милли брендты тәшкил иткән тауарҙарҙы алып барҙыҡ, тип хәбәр итә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов.
Унда илдең 65 төбәгенән 300-гә яҡын компания ҡатнаша.
Гастрономия байрамы 22 майҙансыҡта ойошторола һәм ул 17 июлгә тиклем дауам итә. Фестивалдең төп зоналарының береһе – Горький паркында. Бында ҡунаҡтарҙы ижад, һөнәрселек, кулинария буйынса оҫталыҡ дәрестәре, фуд-корт, артистарҙың сығышы көтә.