+10 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
14 Июля 2022, 04:10

Башҡорт журналистикаһы бүлегенә уҡырға килегеҙ

Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты деканы Гөлфирә Абдуллина социаль селтәрҙәр аша абитуриенттарға мөрәжәғәт итте.

Добавить в предпочтительные источники Google
Башҡорт журналистикаһы бүлегенә уҡырға килегеҙБашҡорт журналистикаһы бүлегенә уҡырға килегеҙ
Башҡорт журналистикаһы бүлегенә уҡырға килегеҙ

Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты деканы Гөлфирә Абдуллина социаль селтәрҙәр аша абитуриенттарға мөрәжәғәт итте.

"Хөрмәтле милләттәштәр! Башҡорт дәүләт университетында быйыл башҡорт журналистикаһы бүлеге тергеҙелгәне хаҡында күптәр хәбәрҙар түгел икән дә... Бөгөн саҡ шылтыратып белешә башланылар. Һигеҙ бюджет урыны бар, уның береһе маҡсатлы йүнәлтмә менән килеүсегә тәғәйенләнгән. Кемдәрҙең телевидение өлкәһендә, радиола, ваҡытлы матбуғат сараларында эшләргә теләге бар? Рәхим итегеҙ! Белмәй ҡалғанбыҙ икән, тип үкенерлек булмаһын. Йыл һайын бюджет урындары булып тормай (һуңғы тапҡыр 2014 йылда бүленгәйне). Урыҫ теле һәм йәмғиәтте өйрәнеү фәненән БДИ һөҙөмтәһе иҫәпкә алына, Zoom платформаһында журналистика буйынса башҡортса әңгәмәләшеү ҡаралған", - тип яҙҙа Гөлфирә Абдуллина.

Автор:
Читайте нас