-3 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
14 Июль 2022, 04:00

Бәйләнештәр нығый

Башҡортостанға Абхазия Президенты Аслан Бжания эш сәфәре менән килде, тип хәбәр иткәйнек.

Добавить в предпочтительные источники Google
Бәйләнештәр нығыйБәйләнештәр нығый
Бәйләнештәр нығый

Башҡортостанға Абхазия Президенты Аслан Бжания эш сәфәре менән килде, тип хәбәр иткәйнек.

Кисә республика ҡунағы һәм Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров журналистарҙың һорауҙарына яуап бирҙе. Әңгәмә барышында улар ике республика араһында үҙ-ара хеҙмәттәшлекте нығытыу буйынса осрашыуҙарға йомғаҡ яһаны.

“Рәсәйгә санкциялар индерелеүгә бәйле беҙҙең мөнәсәбәттәрҙе артабан үҫтереү өсөн яңы перспективалар асыла. Параллель импорт программаһын тормошҡа ашырыуҙа Абхазия транзит биләмә ролен үтәй ала. Беҙ гуманитар өлкәлә, мәғарифта, һаулыҡ һаҡлауҙа, мәҙәниәттә, спортта бәйләнеш булдырыу мәсьәләләрен өйрәндек. Башҡортостанға эш сәфәре яҡын арала яҡшы һөҙөмтәләр бирер тип ышанам”, – тине Аслан Бжания.

Радий Хәбиров үҙ сиратында, Абхазияның ауыл хужалығы продукцияһы, туризм өлкәһе һәм шифаханалар эше иғтибарға лайыҡ, тине.

Олег Яровиков фотоһы. 

Автор:
Читайте нас