

Йәй уртаһы – бесән мәле. Быйыл ауыл халҡы ямғырҙарға, мул үләнгә ҡыуанып бөтә алмай. Былтырғы ҡоролоҡ онотолмаған шул.
Республиканың иң көньяғында, ҡыу елдәр йыш иҫкән Хәйбулла далаларында ла бесәндең ҡыҙған мәле. Районда 3075 гектар майҙанда бесән сабылған да инде, 2550 тонна мал аҙығы кәртә-ҡураға тышып алынған.
Мәғлүмәттәргә ҡарағанда, райондың ауыл хужалығы предприятиелары һәм фермер хужалыҡтарында йәмғеһе 17 меңдән ашыу һыйыр малы аҫрала. Шулай уҡ 1,4 мең тирәһе йылҡы, 22 меңдән ашыу кәзә-һарыҡ иҫәпләнә. Хәйбуллалар ҡышҡылыҡҡа 42,6 мең тонна мал аҙығы әҙерләргә иҫәп тота. Йәғни, һәр бер баш малды ҡышлатып сығарыуға 27 центнер бесән әҙерләү күҙаллана.