+1 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
12 Июля 2022, 03:55

Форум йәштәрҙе көтә

21-29 июлдә Һамар өлкәһе биләмәһендәге Мастрюков күлдәренең фестиваль паркында "iВолга" йәштәр форумы үтә.

Добавить в предпочтительные источники Google
Форум йәштәрҙе көтәФорум йәштәрҙе көтә
Форум йәштәрҙе көтә

21-29 июлдә Һамар өлкәһе биләмәһендәге Мастрюков күлдәренең фестиваль паркында "iВолга" йәштәр форумы үтә.

Форум быйыл "Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге" темаһына арнала. Программала тренингтар, йәштәр проекттары конкурсы, ғилми һәм ғәмәли конференциялар, оҫталыҡ дәрестәре, төрлө йүнәлештәр буйынса төбәк-ара асыҡ ярыштар, күргәҙмәләр, инициативалар йәрминкәләре, федераль, округ, төбәк кимәлендәге эксперттар менән осрашыуҙар, дискуссиялар, шулай уҡ мәҙәни-ял, спорт, туристик-тыуған яҡты өйрәнеү саралары ҡаралған.

Конкурста ҡатнашыусылар "Минең халҡым", "Киләсәккә идара ит", "Эш башҡар", "Изгелек миссияһы", "Йәшәү урыны", "Ижади процесс" кеүек туғыҙ профилле сменаны, "Практика", "Балалар iВолга"һы һәм "Дәүләт йәштәр сәйәсәте" лабораторияларын үҙ эсенә алған белем биреү программаһын үтергә тейеш. Форумда көндөҙгө форматта ғына ике меңдән ашыу кешенең ҡатнашыуы көтөлә.

"iВолга" йәштәр форумының  ойоштороусыһы булып Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлығы, Һамар өлкәһе Хөкүмәте тора. Сарала ҡатнашыу өсөн 2022 йылдың 15 июленә тиклем ғариза тултырырға һәм ошо һылтанма буйынса ебәрергә кәрәк: https://forms.yandex.ru/u/62c5611a97b353993c02ed57 .

Автор:
Читайте нас