Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров: “Бөрйән районында асылған “Шүлгәнташ” музей комплексы бөтә донъя ғалимдарын үҙенә тартҡан, йәштәр өсөн фәнни- ағартыу үҙәге һәм туристар өсөн ылыҡтырғыс урындарҙың береһе буласағына шигем юҡ, - тип яҙған үҙенең сәхифәһендә.
Республика етәксеһе билдәләүенсә, музей комплексын төҙөгән ваҡытта иң алдынғы технологиялар, сил ил музейҙарын ойоштороу тәжрибәһе файҙаланылған.
- Был күңел асыу объекты ғына түгел, ә фән, мәҙәниәт, сәнғәт һәм тарихграфия бәйләнешен сағылдырған урын. Шулай уҡ фәнни тикшеренеүҙәр алып барыу өсөн лаборатория төҙөлдө. Киләсәктә ошо өлкәлә асыштар буласағына ышанысым ҙур. Был эш өсөн күп көс һалынды. Музей комплексы беҙҙең команданың, ғалимдарҙың йылдар дауамында алып барылған хеҙмәте, көсө. “Шүлгәнташ” мәмерйәһе- ул Башҡортостандың ғорурлығы, ер шарында кешелек цивилизацияһы барлыҡҡа килгән иҫтәлекле ер. Ошо тарихи- мәҙәни комплекс Рәсәйҙә палеолит быуатынан ҡалған һынлы сәнғәтте сағылдырған берҙән- бер музей булып иҫәпләнә.