+15 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
9 Июля 2022, 04:57

“Минең экоғаиләм” проектына старт бирелде

 Өфөнөң “Ҡашҡаҙан” паркында “Минең экоғаиләм” федераль проектына старт бирелде. Ул Берҙәм Рәсәй партияһының генераль советы янындағы  әсәлекте, балалыҡты һаҡлау һәм ғаиләне яҡлау комиссияһы тарафынан ойошторолдо. Проекттың төп маҡсаты экологик ғаилә сараларын үҫтереүгә йүнәлтелгән. Федераль кимәлдәге сараны асыуҙа Дәүләт Думаһы рәйесе урынбаҫары Анна Кузнецова, Башҡортостандан Дәүләт Думаһы депутаттары Эльвира Айытҡолова, Павел Качкаев ҡатнашты.

Добавить в предпочтительные источники Google
“Минең экоғаиләм” проектына старт бирелде“Минең экоғаиләм” проектына старт бирелде
“Минең экоғаиләм” проектына старт бирелде

 Өфөнөң “Ҡашҡаҙан” паркында “Минең экоғаиләм” федераль проектына старт бирелде. Ул Берҙәм Рәсәй партияһының генераль советы янындағы  әсәлекте, балалыҡты һаҡлау һәм ғаиләне яҡлау комиссияһы тарафынан ойошторолдо. Проекттың төп маҡсаты экологик ғаилә сараларын үҫтереүгә йүнәлтелгән. Федераль кимәлдәге сараны асыуҙа Дәүләт Думаһы рәйесе урынбаҫары Анна Кузнецова, Башҡортостандан Дәүләт Думаһы депутаттары Эльвира Айытҡолова, Павел Качкаев ҡатнашты.

 Мәскәүҙән килгән ҡунаҡтарға “Ҡашҡаҙан” паркының яңы төҙөлөшө бик хуш килде. Айырыуса  барыһына ла  фонтан окшаны. Дөйөм алғанда экоғаилә проектын асыу сараһы Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө менән дә тура килде. Шуға күрә паркта ғаиләләр, сабыйҙары менән йәш әсәләләрҙең, ейәндәрен етәкләгән хаҡлы ялдағыларҙың күп булыуы күҙгә салынды. Проекттың идеяһын тәҡдим иткән коммерция булмаған “Хәтер Баҡсаһы” ойошмаһы экоквестар, ҡул эштәрен үҙ эсенә алған оҫтахана дәрестәре үткәрҙе.

 “Хәтер Баҡсаһы” ойошмаһы сафында йәш экоактивстар ҙа бар. Мәҫәлән, Иглин районынан 11 йәшлек Матвей Анискин унда бында ташланған сүп- сар өйөмөнә ҡаршы көрәш алып бара. Быны ул ҡоро лозунгылар менән түгел, ә хеҙмәт менән иҫбатлай. Көн һайын ул ҡартатаһы менән урамдан сүп- сар йыя. Ә ойошманың үҙенә килгәндә, уның ағзалары сүп- сарҙы айырыу, ҡаланы тәртиптә тотоу, ағастар ултыртыу менән шөғөлләнә.

Өфөлә “Минең экоғаиләм” проектына старт бирелде. Анна Кузнецова билдәләүенсә, ошо сара  илдең тағы биш төбәгендә үткәреләсәк.

Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас