-2 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
8 Июля 2022, 03:45

“Яҙыл һәм от!” конкурсы йомғаҡтары

2022 йылдың икенсе яртыһына ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу кампанияһы артта ҡалды.

Добавить в предпочтительные источники Google
“Яҙыл һәм от!” конкурсы йомғаҡтары“Яҙыл һәм от!” конкурсы йомғаҡтары
“Яҙыл һәм от!” конкурсы йомғаҡтары

2022 йылдың икенсе яртыһына ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу кампанияһы артта ҡалды.

 “Яҙыл һәм от!” конкурсында ҡатнашҡан һәм бүләк отҡан журнал уҡыусыларыбыҙҙы ҡотлайбыҙ.

Лототронда уйнатыу һөҙөмтәһе түбәндәгесә булды:  

- теген машинкаһы – Ҡолтаева Ф., Күгәрсен районы, Яҡшымбәт ауылы;

- мультибешергес – Үҙәкина З., Баймаҡ районы, Ишмырҙа ауылы;

- үтек – Аҡкөбәкова, Белорет ҡалаһы;

- фен – Шәрәфетдинова Ф., Белорет районы, Шығай ауылы;

- электр сәйнүге – Әхмәтгәрәева Р., Новосибирск ҡалаһы;

- “Ҡөрьән сүрәләренә шиғри аңлатмалар” китабы (авторы Мәүлит Ямалетдинов) – Ғәбитова Н., Ишимбай районы, Ғүмәр ауылы;

- “Балҡыһын күңел ҡояшы” китаптары (авторы Гөлназ Ҡотоева) –Хамматов Г., Әбйәлил районы, Асҡар ауылы һәм Ишмөхәмәтова С., Өфө ҡалаһы;

- “Һай, түрәкәгенәһе” китабы (авторы Рәсүл Байгилдин) – Нурыева А., Ҡырмыҫҡалы районы, Ҡырмыҫҡалы ауылы.

“Башҡортостан ҡыҙы” журналының тоғро дуҫтары менән бергә ҡалыуыбыҙға ҡыуанабыҙ, шул уҡ ваҡытта юғалтыуҙарға көйөнәбеҙ.

Артабан да бәйләнештәр өҙөлмәһен, республикала донъя күргән берҙән-бер ҡатын-ҡыҙҙар баҫмаһы йәшәүен дауам итһен.

Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ, дуҫтар!

Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас