

Бөгөн Башҡортостандан Луганск Халыҡ Республикаһына гуманитар йөк тейәлгән ылау юлланды.
Был юлы республиканан 5 фуранан торған колонна юлға сыҡты, улар 44 тонна төҙөлөш материалы һәм бер тонна эсәр һыу алып бара. Тәҙрә-ишектәр һәм комплектлаусы әйберҙәр Петровский ауылының генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов исемендәге 22-се мәктәбенә капиталь ремонт эшләү өсөн тотонола.
Бынан тыш, Башҡортостан табиптары ла Луганск Халыҡ Республикаһына юлланды. Уларҙың төп маҡсаты – урындағы халыҡҡа медицина ярҙамы күрһәтеү.
“Ошо кескәй, ләкин ныҡлы аҙымдарыбыҙ туғандаш республикаларҙың халҡына тыныс тормошҡа һәм нацизмды еңеүгә өмөт бирә. Хәйерле сәғәттә!” – тип яҙҙы Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе Максим Забелин телеграмда.
Фото: Максим Забелиндың ТГ-каналы.