+14 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
8 Июля 2022, 11:58

Сәләмәтлек поездары ауылдар буйлап йөрөй

“Сәләмәт  республика – сәләмәт төбәк” акцияһы республика райондары буйлап үҙ маршрутын дауам итә. Бригадалар составында – терапевт, хирург, акушер-гинеколог, онколог, кардиолог, офтальмолог, уролог, невролог, стоматолог, эндокринолог һәм башҡа белгестәр.

Добавить в предпочтительные источники Google
Сәләмәтлек поездары ауылдар буйлап йөрөйСәләмәтлек поездары ауылдар буйлап йөрөй
Сәләмәтлек поездары ауылдар буйлап йөрөй

“Сәләмәт  республика – сәләмәт төбәк” акцияһы республика райондары буйлап үҙ маршрутын дауам итә. Бригадалар составында – терапевт, хирург, акушер-гинеколог, онколог, кардиолог, офтальмолог, уролог, невролог, стоматолог, эндокринолог һәм башҡа белгестәр.

Акция барышында республика райондарында йәшәүселәр табиптарға күренеп, һаулығын тикшертә ала, улар шулай уҡ тәүге медицина ярҙамы алыу мөмкинлегенә эйә буласаҡ.

Сара башланғандан алып барлығы 68 361 кешенең сәләмәтлеге ҡаралған, 25 427 тикшереү, шул иҫәптән 16 652 флюорография, 8 775 маммография үткәрелгән.

2 562 кешенең ҡанында глюкоза кимәле юғары, 3015-ендә холестерин күп булыуы асыҡланған. 4 248-енең ҡан баҫымы күтәренке, 2 874-енең артыҡ ауырлығы булыуы билдәләнгән.

2 687 сырхауҙа социаль әһәмиәтле сир барлығы беленгән. Шул иҫәптән 1 935-һендә йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре асыҡланған, 217 кешелә – яман шеш, 518-һендә – шәкәр диабеты, 17-ендә туберкулез үҫешеүенә шик тыуған.

Уларҙың бөтәһе лә диагнозды асыҡлау, дауаланыу өсөн артабан тикшерелеүгә ебәрелгән. Мәҫәлән, Ҡыуатов исемендәге республика клиника дауаханаһына тикшерелеүгә – 524, унда дауаланыуға – 125, республика кардиология үҙәгенә коронароангиографияға 92 кеше оҙатылған.

Табиптар бригадалары артабан алты районда эшен дауам итә:

– Өфө маршруты Благовещен районында ҡабул итә (12.07-13.07 – Туғай ауылында, 14.07-15.07 – Старонадеждинола);

– Дыуан маршруты Дыуан районында эшләй (12.07-13.07 –Сальевка ауылында, 14.07-18.07 – Ярославкала);

– Нефтекама маршруты Краснокама районы халҡы һаулығын тикшерә (12.07-13.07 –Ҡарый ауылында, 14.07-15.07 – Никольскоела);

– Октябрьский маршруты Йәрмәкәй районында эшен дауам итә (12.07-13.07 – Тарҡаҙы ауылында, 14.07-15.07 – Бекетта);

– Стәрлетамаҡ маршруты Федоровка районында эшен тамамлай (12.07-13.07 – Новоселка ауылында, 14.07-15.07 – Динискинола);

– Белорет маршруты Йылайыр районы халҡы һаулығын ҡарай (14.07-15.07 – Һабыр ауылында).

Акцияға 26 күсмә комплекс йәлеп ителгән, бригадаларҙа бөтәһе 156 белгес эшләй.

Фото БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайтынан.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас