-3 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
8 Июля 2022, 03:25

Иртәгә - Ҡорбан ғәйете

Ҡорбан ғәйете — мосолмандарҙың төп байрамдарының береһе. Ғәрәп телендә ул Ид Әл-Әдхә тип атала. Был байрам изге Рамаҙан айы тамамланғандан һуң 70 көн үткәс билдәләнә.

Добавить в предпочтительные источники Google
Иртәгә - Ҡорбан ғәйетеИртәгә - Ҡорбан ғәйете
Иртәгә - Ҡорбан ғәйете

Ҡорбан ғәйете — мосолмандарҙың төп байрамдарының береһе. Ғәрәп телендә ул Ид Әл-Әдхә тип атала. Был байрам изге Рамаҙан айы тамамланғандан һуң 70 көн үткәс билдәләнә.

Быйыл ул 9 июлгә тура килде. Башҡортостанда был көн рәсми рәүештә ял көнө булып тора. Байрам шәмбегә тура килгәс, дүшәмбе, 11 июль дә ял көнө тип иҫәпләнә.

Байрам иртәһе йәмәғәт намаҙынан башлана, һәр мәсеттә намаҙ ҡылына. Туҡай урамындағы, "Хәмзә" мәсеттәрендә ул - 9.00 сәғәттә, "Ләлә-Тюльпан" мәсетендә - 8.00 сәғәттә, "Ихлас" мәсетендә 6.00 сәғәттә башлана. 

9 июлдә «Башҡортостан» лайфстайл-үҙәге алдындағы майҙанда «Ферзь» эшлекле клубы» йәмәғәт ойошмаһы байрам табыны әҙерләй. Ул көндөҙгө 12.00 сәғәттә башлана.

Автор:
Читайте нас