+8 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
8 Июля 2022, 17:51

“Ғаилә – һәр кеше өсөн иң мөһиме”

– Бөгөн Башҡортостан бөтә Рәсәй менән бергә Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөн билдәләй. Уны ҡалаларыбыҙ урамдарында, телевизор экрандары ҡаршыһында йәки бында, байрам үҙәгенә әйләнгән ҡунаҡсыл Бөрө ҡалаһында ҡаршы алалар, – тине бөгөн Бөрөлә Ғаилә көнөнә арналған байрамды асыу тантанаһында республика Башлығы Радий Хәбиров.

Добавить в предпочтительные источники Google
“Ғаилә – һәр кеше өсөн иң мөһиме”“Ғаилә – һәр кеше өсөн иң мөһиме”
“Ғаилә – һәр кеше өсөн иң мөһиме”

– Бөгөн Башҡортостан бөтә Рәсәй менән бергә Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөн билдәләй. Уны ҡалаларыбыҙ урамдарында, телевизор экрандары ҡаршыһында йәки бында, байрам үҙәгенә әйләнгән ҡунаҡсыл Бөрө ҡалаһында ҡаршы алалар, – тине бөгөн Бөрөлә Ғаилә көнөнә арналған байрамды асыу тантанаһында республика Башлығы Радий Хәбиров.

“Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө, моғайын, иң мөһим байрамдыр. Беҙҙе был көн менән ҡотларға күп ҡунаҡтар килгән. Ғаилә – ул һөйөү, бер-береңә ихтирам һәм оҙаҡ йылдар дауамында үҙ-ара ярҙам итеп ғүмер кисереү. Был сифаттарҙы Рәсәй актерҙары, сәнғәт эшмәкәрҙәре Борис Васильевич Токарев менән Людмила Михайловна Гладунко ғаиләһендә күрәбеҙ.

Беҙ “Ике капитан” фильмында уйнаған Борис Васильевичты бер йыл элек Өфөлә Валериан Альбанов исемендәге полярниктар музейын асҡанда саҡырғайныҡ, унда бер персонаждың прообразы булып Валериан Альбанов тора”, – тине Радий Хәбиров.

Республикабыҙ Башлығы күркәм был байрамда күп балалы әсә – Рәсәй Дәүләт Думаһы рәйесе урынбаҫары Анна Кузнецова, Марий Эл Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Юрий Зайцев, күп тапҡырҙар Олимпия чемпионкаһы, донъя чемпионкаһы Ирина Роднина, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты, беҙгә телевизор экрандарынан таныш Тимофей Баженов ҡатнашыуы хаҡында хәбәр итте.

“Ҡәҙерле дуҫтар! Үҙемдең исемдән һәм ҙур ғаиләм исеменән һеҙгә һаулыҡ һәм именлек теләйем. Һеҙ матур, һоҡланғыс республикала йәшәһен һәм балалар үҫтерһен өсөн, командабыҙҙың бөтә көсөн йүнәлтәсәкбеҙ! Байрам менән һеҙҙе!” – тине Радий Хәбиров.

Республика халҡын байрам менән Башҡортостан Башлығының хәләл ефете Каринэ Хәбирова ла тәбрикләне.

“Ғаилә – һәр кеше тормошонда иң мөһиме. Һеҙҙең өйөгөҙҙөң һәр ваҡыт һөйөү менән тулы булыуын, изгелек һәм ихласлыҡ тормош юлында осраған бөтә ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға ярҙам итеүен теләйем”, – тине ул.

Радий Хәбиров һәм уның тормош юлдашы һигеҙ ғаиләне “Ата-әсә ҡаһарманлығы” һәм “Әсәлек даны” миҙалдары менән бүләкләне.

Фото “Башинформ”дан алынды.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас