+12 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
7 Июля 2022, 12:23

Республиканың ҡымыҙ бешеү оҫталарын һайлайҙар

Баймаҡ районында ҡымыҙ бешеүселәрҙең республика конкурсы ойоштороласаҡ. Бәйгелә иң өлкән ҡатнашыусы, иң йәш ижади ҡатнашыусы, продукцияны үҙенсәлекле итеп биҙәгән өсөн бүләктәр һәм тамашасылар һөйөүе призы ҡаралған.

Добавить в предпочтительные источники Google
Республиканың ҡымыҙ бешеү оҫталарын һайлайҙарРеспубликаның ҡымыҙ бешеү оҫталарын һайлайҙар
Республиканың ҡымыҙ бешеү оҫталарын һайлайҙар

Баймаҡ районында ҡымыҙ бешеүселәрҙең республика конкурсы ойошторола.

Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының тейешле бойороғо рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.

Был конкурс башҡорт тоҡомло аттар фестивале барышында үткәрелә, аныҡ көнө әлеһә билдәһеҙ.

Конкурста ҡатнашыусылар ике этапта баһалана: тәүҙә ҡымыҙ бешеүсенең теоретик белеме тикшерелә, һуңынан эсемлектең сифатына баһа бирелә.

Кем күберәк балл йыйған, шул еңеүсе тип таныла.

Конкурста иң өлкән ҡатнашыусы, иң йәш ижади ҡатнашыусы, продукцияны үҙенсәлекле итеп биҙәгән өсөн бүләктәр һәм тамашасылар һөйөүе призы ҡаралған.

Сығанаҡ: https://www.bashinform.ru/news/social/2022-07-07/v-baymakskom-rayone-bashkirii-vyberut-luchshih-kumysodelov-respubliki-2866489

 

Автор:
Читайте нас