

Өфөнөң Орджоникидзе районы хакимиәте башлығы итеп Альберт Маликов тәғәйенләнде. Был хаҡта мэрияның матбуғат хеҙмәте хәбәр итте.
Альберт Маликов 1972 йылда Өфөлә тыуған. Өфө дәүләт авиация техник университетын («Машиналар һәм ҡойоу производствоһы технологиялары»), Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын («Дәүләт һәм муниципаль идара итеү») тамамлаған.
Бынан алда Альберт Маликов республиканың Иҡтисад һәм монополияға ҡаршы сәйәсәт министрлығында, Территориаль үҫеш агентлығында, ә 2014-2022 йылдарҙа Башҡортостан Башлығының муниципаль берәмектәр менән эш итеү идаралығында эшләгән.