+4 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
7 Июля 2022, 07:30

Етем балаларға өҫтәмә ярҙам саралары булдырыла

Закон 18 йәштән һуң торлаҡ алырға хоҡуҡлы 219 мең етем балаға ҡағыла.

Добавить в предпочтительные источники Google
Етем балаларға өҫтәмә ярҙам саралары булдырылаЕтем балаларға өҫтәмә ярҙам саралары булдырыла
Етем балаларға өҫтәмә ярҙам саралары булдырыла

Дәүләт Думаһы өсөнсө уҡыуҙа етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларға социаль ярҙамдың өҫтәмә гарантиялары тураһында закон проектын ҡабул итте.

Яңы законға ярашлы, бала фатир алғансы, уның 18 йәшкә тиклем ҡайһы муниципаль берәмектә теркәлгән, шунда теркәлергә хоҡуғы бар.

Закон 18 йәштән һуң торлаҡ алырға хоҡуҡлы 219 мең етем балаға ҡағыла.

Бынан тыш, етем балалар үҙенә торлаҡ алғансы урындағы хакимиәттең генә түгел, урындағы хакимиәттең территориаль органы адресы буйынса ла теркәлергә мөмкин.

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-07-06/v-rossii-poyavyatsya-dopolnitelnye-mery-po-podderzhke-detey-sirot-2865714

Автор:
Читайте нас