+9 °С
Облачно


Бөгөн егеттәрҙе әрме хеҙмәтенән ҡаршы алыу – икеләтә-өсләтә ҡыуаныслы ваҡиға ул.
Сәбәптәрен һәр кем аңлап тора. Ошо көндәрҙә Әбйәлил районы Әбдрәш ауылы егете Мирйән тыуған йортона ҡатып төштө. Райондың “Осҡон” гәзите үҙенең сайтында: “Әбдрәш ауылында йәшәүсе Йәмилә һәм Мирзәйән Шәмғоловтарҙың кинйә улдары Мирйән Тыуған ил алдындағы бурысын намыҫлы үтәп, иҫән-һау хеҙмәтен тултырып, тыуған өй тупһаһына аяҡ баҫты. Ауыл халҡы Мирйәнде йылы итеп ҡаршы алды”, - тип яҙа.
Фото - “Осҡон” гәзите сайтынан.