+9 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
6 Июля 2022, 02:45

Санаңды йәй әҙерлә

Юл-транспорт, коммуналь хужалыҡтар ҡышҡы миҙгелгә әҙерлекте йәйҙән үк башлай.

Добавить в предпочтительные источники Google
Санаңды йәй әҙерләСанаңды йәй әҙерлә
Санаңды йәй әҙерлә

Юл-транспорт, коммуналь хужалыҡтар ҡышҡы миҙгелгә әҙерлекте йәйҙән үк башлай.

Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Ирина Голованова белдереүенсә, район-ҡалаларҙәң коммуналь хужалыҡтарында 1 528 берәмек техника иҫәптә тора. Тракторҙар, автосамосвалдар, ҡатнаш юл машиналары, автогрейдерҙар, бульдозерҙар, тейәгестәр паркы даими яңыртылып тора. 2022 йылда, мәҫәлән, 1,4 миллиард һумлыҡ 239 берәмек техника алынасаҡ.

Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Булушев хәбәр иттеүенсә, төбәк, муниципаль-ара һәм урындағы юлдарҙы тәртиптә тотоу өсөн 1 452 махсуслаштырылған машина, шул иҫәптән автогрейдерҙар, ҡар таҙартҡыстар, экскаваторҙар, бульдозерҙар, тейәгестәр йәлеп ителә. Йәйге осорҙа ошо техниканың бер өлөшөн автомобиль юлдары төҙөлөшөндә һәм ремонтлауҙа файҙаланалар. Шулай уҡ, планға ярашлы, техникаға ремонт үткәрелә.

Автор:
Читайте нас