+6 °С
Ясно


Башҡортостан мәктәптәрҙе капиталь ремонтлау һәм йыһаҙландырыу буынса федераль программа сиктәрендә исемлеккә индерелгән белем биреү йорттары һаны буйынса Волга буйы федераль округта беренсе урынды биләй.
Мәғариф һәм фән министры вазифаһын башҡарыусы Альберт Йәримов белдереүенсә, 2022 йылдың 1 сентябренә Башҡортостанда 63 мәктәпте төҙөкләндереү күҙаллана. Федераль программа буйынса өҫтәмә финанслауға республика биргән ғаризаға ыңғай яуап килгән. Был алдағы ике йылда 134 мәктәпте ремонтларға мөмкинлек бирәсәк. 2026 йылға тиклем республикала бөтәһе 365 уҡыу йорто яңыртыла.